1. Педагогам
  2. Новости
  3. 16 апрель - Милли кейем көнө.

16 апрель - Милли кейем көнө.

Апрель 16, 2021 Просмотров: 25

Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)

Фотолар "Миләшкәй" Ҡотош ауылы балалар баҡсаһы архивынан алынған.