1. Педагогам
  2. Новости
  3. Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ватанды һаҡлаусылар көнө

Февраль 20, 2021 Просмотров: 43

Беҙҙең балалар баҡсаһында 23 февралға арналған сара үткәрелде. Балалар ҡыуанышып, йырлап-бейеп, атай-олатайҙарҙы байрам менән ҡотланылар. Һәр береһе эстафетала әүҙем ҡатнаштылар. Уйын эшмәкәрлеге аша малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында бер-береһенә ярҙам итеү, үҙаллылыҡ һәм дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләнде. Тыуған илде һаҡлаусы булып үҫеү теләге булдырылды. Байрам бик матур үтте!