Методик берекмәһе
11 февраль беҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт теле тәрбиәселәре менән скайп аша методик берекмә үткәрелде. Уның төп темаһы: “Башҡорт халыҡ уйындары һәм йолалары”.
Башҡорт халыҡ уйындары — башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.
Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара тигәндәр. Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» һәм башҡа байрамдарҙа тап улар өсөн уйындар ойошторолған. Көндәлек тормошта ла сабыйҙарҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләнеүендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә уйындар ярҙамға килгән. Уйындар бала саҡтың алтын биҙәге бит ул! – тип Баянова Х.Х. һәм Сәғитова Г.И. сығыш яһанылар.
Бөтәһенә лә күрһәтелгән “Нардуған байрамы” ла, үткәрелгән дидактик уйындар ҙа бик оҡшаны. Һәр береһе үҙенең методик һандығана берәр нәмә булһа ла һалып ҡуйғандыр тип ышанабыҙ!