Ҡышҡы Нардуған
Февраль 10, 2021
Просмотров: 52
Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бик күп. Һәр береһенең үҙ ваҡыты, үҙ тәртибе бар.
Беҙ ҙә балалар менән шуларҙы онотмай, быйыл “Нардуған” байрамы үткәрҙек. Балалар бик ҡыҙыҡһынып яңы башҡорт халыҡ уйындарын, йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәнделәр. Селлә ваҡыты, Нардуған менән таныштылар.
Беҙ, балалар баҡсаһында «Сөмбәлә», «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй» һ.б. байрамдарҙы ла үткәрәбеҙ. Әкиәттәр сәхнәләштерәбеҙ.Төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Киләсәктә лә балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятып, өлкән быуын кешеләре ҡалдырған йолаларыҙы, уйындарҙы, һөнәрҙәрен киләсәк быуынға өйрәтергә тырышабыҙ. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт, тырыш, тәртипле булып, үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.