1. Родителям
  2. Новости
  3. "Тағараҡ" экологик акция

"Тағараҡ" экологик акция

Февраль 7, 2023 Просмотров: 6583
Ҡыш - ҡоштар өсөн ауыр миҙгел. Һалҡын көндәрҙә ҡоштар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға ла тағараҡтар элеп, уларға өҫтәмә туҡланыу урындары булдырып уларға ярҙам итеү - төп бурысыбыҙ.
Йыл һайын уҙған “Тағараҡ” экологик акцияһы ярҙамы менән беҙ тыуған төбәгебеҙ ҡоштарын һаҡлап ҡалабыҙ, сатлама һыуыҡтарҙа уларҙың тормошон еңеләйтәбеҙ. Ҡоштарға ярҙам итеү балаларҙа яҡшы, изге тойғолар уята, улар изгелекле, мәрхәмәтле булып, ярҙамға мохтаж булғандарҙы онотмаҫҡа икәнлекте белеп үҫә. Беҙ экологик акциянан ситтә ҡалманыҡ. Ата-әсәләр ярҙамы менән тағараҡтар эшләп, улаҙы ағастарға элдек. Шул эшләгән тағараҡтар менән конкурста ҡатнашып еңеү яуланыҡ. Афарин!!!