Сөмбөлә байрамы
Алтын һибелгәндәй гүйә,
Һап-һары ерҙең өҫтө
Ағастарҙың да япрағы
Алтынға манған төҫлө
Һары япраҡтар ҡыштырлап
Һибеләләр туң ергә.
Балалар баҡсаһында – байрам ул һәр ваҡыттағыса мөғжизәләргә бай, тылсымлы төҫтәр, балаларҙың шат көлөүҙәре, ул ҡыуаныуҙары.
Һәр йыл һайын октябрь айында беҙҙең “Миләшкәй” балалар баҡсаһында көҙ байрамы билдәләнә. Тышта һалҡынса, йәмле йәйҙең ҡояш нурҙары етмәй, әммә ләкин баҡсабыҙҙың матур итеп биҙәлгән музыкаль залында шундай йылылыҡ, изгелекле бөркөлөп торҙо. Бик матур итеп кейенган ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәсе Хәмиҙә Хәлим ҡыҙы һәм баҡсабыҙҙың музыкаль етәксеһе Гүзәл Иҙрис ҡыҙы менән "көҙгө тәбиғәткә" сәйәхәткә юлландылар. Кескәйҙәрҙе мөғжизәле осрашыуҙар көтә ине. Ә иң мөһиме Көҙ - Сөмбөлә менән осрашыу. Көҙ миҙгелен моңһоу көҙ тиһәләр ҙә, балаларға көҙ үҙенең һары-алтын япраҡтары, шул япраҡтарҙы ҡыштырлатып йүгереүҙе, күңелле ямғырҙары аҫтында эрзинкә итек кейеп ҡулдарына ҡулсатыр тотоп йөрөүҙе әллә ни күрә бит улар. Бына шуға ла инде көҙ ҡаршылау байрамы балалар баҡсаһында һәр баланың да яратҡан байрамы булып торалыр моғайын. Көҙ тураһында шиғыр, бейеүҙәр, йырҙар ағылып ҡына торҙо. Сәйәхәт йыр һәм бейеү менән генә үтмәне, шулай уҡ күңелле тематикағы ярашлы уйындары менән аралаштырылды. Терпекәйгә күстәнәскә «Бәшмәк йыйыу”, Сөмбөлә менән «Ямғыр һәм ҡояш” уйындары кескәйҙәрҙең кес кенә йөрәктәрендә ҙур сағыу урын ҡалдырҙы.
Көҙһылыу үҙенең мул уңышы баҡсаһынан , күстәнәскә хуш еҫле алма ла алып килергә онотмаған.
Балалар байрамдан дәрт, көс алып, көр күңел менән таралышты.