Тыуған илем – Башҡортостан
Октябрь 12, 2021
Просмотров: 6614
Ҡотош мәктәпкәсә балалар баҡсаһында китапхана менән берҙәмлектә 12 октябрь - Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сара үтте.
Балаларға посылка- ҡурай сәскәһе килтерҙеләр. Һәр тажында 7 йомаҡ та бар ине, балалар бик шуҡ, әүҙем ҡатнашып йомаҡ систеләр. Дәүләт символикаларын иҫкә төшөрҙөләр. Тәрбиәләнеүселәр тематик шиғырҙар ятлап, уйын уйнап, йыр йырланылар. Дәрес аҙағында уларға татлы күстәнәс алып килде башҡорт ҡыҙы.
Кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар тематик һүрәт төшөрөп, аппликация яһанылар.
Тәрбиәләнеүселәр бөгөнгө көндән ҡәнәғәт ҡалды һәм Башҡортостан Республикаһы тураһында белемдәрен арттырҙы.